Радий Хәбиров белдереүенсә, мөмкинлеге сикләнгәндәргә халыҡтың, йәмғиәттең иғтибары артты. Шулай уҡ ниндәй ярҙам саралары булыуы аныҡланды. Алдағы йылдарға бурыс-маҡсаттар билдәләнде. Бынан тыш, быйыл бер нисә инфраструктура проекты ғәмәлгә ашырылды. "Салют" реабилитация үҙәге асылды. Тиҙҙән өлкәндәр өсөн "Именлек" үҙәге файҙаланыуға тапшырыла. Район һәм ҡалаларҙа реабилитация үҙәктәрендә ремонт эшләнде, - тине Радий Хәбиров.




