Ул сентябрь-октябрь айҙарында уҙғарылды. Урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙы сикләү маҡсаты ҡуйылды. Рейдтарҙа 450-нән ашыу кеше ҡатнашты. Урман хужалығы миинстрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 238 транспорт тикшерелгән. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуҙың 26 осрағы асыҡланған. Шулай уҡ урман инспекторҙары халыҡҡа ҡануниәт үтәлеше буйынса иҫкәртеүҙәр яһаған.




