Ул Бөрйән районында "Шүлгәнташ" комплексы янында урынлаша. Инвестор 80 миллион һум бүлергә әҙер. - Өҫтөнлөклө статус алған проекттарға һалым ташламалары ҡаралған. Шулай уҡ ер участкаһын аукционһыҙ алыу мөмкинлеге бар, - тип хәбәр итәләр Башҡортостан үҫеш корпорацияһынан. Ҡунаҡхананы 2026 йылда төҙөп бөтөү планлаштырыла.





