Финанс министры Антон Силуанов Думала ҡаҙна проекты менән таныштырҙы. Уға ярашлы, 1 ғинуарҙан пенсия быйылғы инфляция кимәленә ҡарап индексациялана. Шулай уҡ балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә, һаулыҡ һаҡлауға, мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөүгә ҙур финанс ҡаралған. Алдағы йылдарҙа технологик үҫеште тәьмин итеү маҡсаты ҡуйылған. Бының өсөн 6 триллион һум тотонола.




