Был аҙнала Өфөлә “Илештәр – ил терәге” тигән хәйриә концерты була. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға кәрәк-яраҡ алыу өсөн тотонола. Илеш районы мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәге хеҙмәткәре Әлфирә Вәлидова һөйләй.
Тамашала танылған артистар Фәнүнә Сиражетдинова, Фәдис Ғәниев, Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, шулай уҡ популяр башҡарыусылар ҡатнаша. Концерт 12 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнә.




