Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, һөтсөлөк тармағында индустриализация маҡсаты ҡуйылған. Бөгөнгә 20-нән ашыу ҙур ферма төҙөлгән. 2030 йылға тиклем уларҙың һаны 50-гә етергә тейеш. Башҡортостанда селекция -тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге лә бар. Республикала 88 тоҡомсолоҡ ойошмаһы иҫәпләнә, уларҙың яртыһы һөтсөлөктә эш алып бара.




