Радий Хәбиров Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ғилми коллективтарын үҙәктең биш йыллығы менән ҡотланы


Евразия фәнни белем биреү үҙәге вуз-ара кампусында үҙәк асылыуға биш йыл тулыуға арналған форум эшләй. Евразия фәнни белем биреү үҙәге 2020 йылда Рәсәй Президенты Указы буйынса «Фән» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылды. «Фән һәм индустрия: стратегия-2030» форумында Башҡортостан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар ҡатнаша. Кампуста ошо уңайҙан ойошторолған күргәҙмәне Радий Хәбиров ҡараны һәм алдынғы лабораторияларҙа булды. Фәнни донъя яңылыҡтары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.

Картуфтың «Ирәндек» сорты ғына түгел, башҡалары ла индустриаль һәм бизнес партнерҙар заказдары буйынса сығарылған. Бер сортты сығарыуға яҡынса биш-алты йыл киткәнен иҫәпкә алғанда, улар Башҡорт дәүләт аграр университеты селекционерҙарының һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Күргәҙмә кәштәһендә тап Башҡортостан климатына ярашлы картуф, арыш бойҙайы, борсаҡ, кукуруз һәм башҡа культуралар. Аграр тармаҡ өсөн яңы ҡаҙаныштар Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең дә емеше тип әйтергә мөмкин. Үҙәккә инеү йәш ғалимдарға фәнни эшмәкәрлек һәм йәшәү урыны бүлеү өсөн финанс ярҙам алыуға булышлыҡ иткән.

Кампуста Евразия фәнни белем биреү үҙәгенә ингән вуздарҙың фәнни-техник ҡаҙаныштары күргәҙмәһен төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡараны. «Фәнни сәнғәт» иң яҡшы ижади эштәр экспозицияһында йәш ғалимдарҙың яңы асыштары урын алған.

Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университетында быйыл ғына асылған «Һанлы химия» йүнәлешендә һауалағы газ һәм вирустарҙы иҫәпләүсе ҡоролма уйлап табылған. Уның ярҙамында ҡалаларҙағы һауаның таҙалығын тикшерергә була. Әйтергә кәрәк, факультетты тамамлаусылар химик- технолог һәм айти белгес һөнәрен алып сыға.

Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы ҡаҙанышы иһә кардиохирургтарға операция яһауҙы еңелләштерә. Полиэфирэфиркетон һәм керамик импланттар аддидитив технологиялар лабораторияһында яһала. Яңы материал һәм ҡорамалдар, университеттың «Өҫтөнлөк-2030» үҫеш программаһын һәм республика мегагрантын тормошҡа ашырыуға ярашлы һатып алынған. Тикшереүҙәр Евразия фәнни-тикшереү үҙәгенең төбәк-ара студенттар кампусы базаһында атҡарыла.

Радий Хәбиров Өфө дәүләт нефть-техник университетының «Авиатех» ойошмаһы менән берлектә асҡан лабораторияһын ҡараны. 9 миллион һумға ойошторолған лаборатория базаһында деталдәрҙе техник күҙәтеү менән сорттарға айырыу системалары һәм цех эсендә йөк ташыу өсөн мобиль арбалар булдырыласаҡ.

Фәнни асыштар һәм ҡаҙаныштар туранан -тура производствола ҡулланыла. 5 йыл эсендә Евразия фәнни белем биреү үҙәгендә 10 комплекслы технологик проект тормошҡа ашырылған. 6 юғары уҡыу йорто, 3 ғилми ойошма, 32 предприятие фәнни-ғилми эшмәкәрлек алып бара. Системала 2319 патент алынған, 471 алдынғы һәм юғары технологиялы продукция эшләнгән.

2024 йылда Евразия белем биреү үҙәге университеттарында индустриаль партнерҙар ярҙамында 8 яңы ғилми лаборатория асыла, иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларының аныҡ һорауҙары буйынса кәм тигәндә 9 ғилми-тикшеренеү, һәм технологик эштәр хуплау тапҡан..Юғары уҡыу йорттары араһында йәштәр лабораторияларын булдырыу практикаһын дауам итеү ҡарала.

Рәмилә Исмәғилева

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ