Төбәк ҡаҙнаһында сығымдар артыуға бәйле Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары быйылғы һәм киләһе ике йылға планлаштырылған бюджетты ҡайтанан ҡараны. Парламенттың пленар ултырышында ошо туралығы закон проекты ҡаралды. Депутаттар республиканың төп финанс документына килемдең 5 миллиард ярымға артып, сығымдарҙың 8 миллиард ярымдан ашыуы тураһында төҙәтмәләр индерҙе. Шулай итеп быйыл дефицит 15 миллиард һумдан аша. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының 14-се ултырышынан Айнур Кәбиров репортажы.
Йылытыу миҙгеле башланыуын республика етәксеһе быйыл «өслөгә» баһаланы. Ялыуҙар урынлы , ысынлап та һыуыҡ булды, тине Радий Хәбиров. Етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә һәм артабан коммуналь хаталарға юл ҡуймаҫҡа ҡышты. Әле хужалыҡ ғәҙәти шарттарҙа эшләй. Дөйөм алғанда хәл күпкә яҡшырған. Республика коммуналь хеҙмәттәр сифаты буйынса федераль округта тәүге урында. Модернизация программаһына ярашлы, миллион ике йөҙ мең кешегә сифатлы хеҙмәттәр күрһәтелә башлаған. Хәҙер был өлкәне яңыртыу федераль милли проект сиктәрендә башҡарыласаҡ. Йәғни был эшкә аҡсалар тағы ла күберәк йәлеп ителәсәк.
Талаптар менән бер рәттән ҡаҙнаға ла көсөргәнешлек арта ғына. Депутаттар быйыл һәм киләһе ике йылға иҫәпләнгән финанс документын да ҡайтанан ҡараны. Бюджетта дефицит арта, ти халыҡ һайланыусылары.
Депутаттарға беренсе уҡыуға инвалидтарҙы хәстәрләү тураһындағы ҡануниәт башланғысы ла тәҡдим ителде. Ул үҙ көсөнә инһә мөмкинлектәре сикләнгәндәргә күрһәтелгән ярҙамды йорт шарттарында ла башҡарыу мөмкин буласаҡ.
Парламент ултырышының көн тәртибенә йәмғеһе 50 мәсьәлә сығарылды. Шуларҙың күбеһе закон проекттары һәм башлыса төбәк ҡануниәтен Рәсәйҙеке менән тап килтереү. Республикаға ғына хас башланғыстар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән депутаттар Ай Ти технологиялар өлкәһендә эшләүсе йүнселдәргә бер процентлы ташламалы һалымды 27 йылға тиклем ойҙайта. Ә туризхм өлкәһендә яңы дәүләт наградаһы барлыҡҡа киләсәк. Был тармаҡты үҫтереүҙә ҙур өлөш индереүселәр «Башҡортостандың туризм өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ буласаҡ.
Айнур Кәбиров



