Был федераль трассаларҙа алып барылған профилактик саралар һөҙөмтәһе. Рейдтар ноябргә тиклем дауам итер тип көтөлә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
М5 «Урал» федераль трассаһы. Иглин районы аша үткән юл тәүлектең бер сәғәтендә лә буш түгел. Транспорт ағымының күп өлөшө ауыр йөк тейәгән машиналарға тура килә. Рейд урыны итеп Оло Тәләк ауылы боролошо осраҡлы һайланмаған.
Сара барышында ҡырсынташ тейәгән ике Камаз туҡтатыла. Водитель, шулай уҡ яуаплы ойошма етәкселегенә ҡарата административ яуаплылыҡ янауы ихтимал. Саманан тыш тейәлгән йөктө үлсәү ҙә шуны дәлилләне. Махсус ҡоролмала машинаның һәр күсәре тикшерелә.
Миҫалды оҙаҡ эҙләйһе түгел. Профилактик сара урынынан 300 метр алыҫлыҡта юлдың бөгөнгө торошо. Юлдарҙың насар торошо тап йөк машиналарына бәйле. Автоһәүәҫкәрҙәргә ауырға тура килә. Тәгәрмәстәр тишелгән осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Азат Ғәлиуллин



