Юбилей уңайынан Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында тантаналы сара үтте. Унда юғары уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлап, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләгән билдәле журналистар - беҙҙең коллегаларыбыҙ ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Лекция-семинарҙар ваҡытлыса кисектерелгән. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 425-cе аудиторияһында тантаналы сара. Журналистика кафедраһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан, төрлө осорҙа студенттарға һөнәри белем биргән ветеран уҡытыусыларға ихтирам күрһәтелә. Заман саҡырыуын ҡабул итеп, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларын улар белгестәр менән тәьмин итеүгә ирешә.
Журналистика кафедраһы ойошторолоуға 35 йыл тулыуға арналған тантаналы сараға республиканың билдәле журналистары, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары етәкселәре саҡырылғайны.
Тантаналы сарала журналистика кафедраһы уҡытыусыларына Башҡортостан башлығы рәхмәте лә белдерелде. Педагогик коллектив билдәләүенсә, бөгөн белем биреүҙә заманса технологиялар ҡулланыла, абитуриенттар һаны ла йылдан-йыл арта.
35 йыл эсендә кафедра тарафынан ике меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Факультет етәкселеге билдәләүенсә, республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләгән белгестәрҙең туҡһан процентҡа яҡыны тап ошо стеналарҙа белем алған.
Гөлназ Хәйбуллина



