Өфө лимонарийында шиғриәт байрамы үтте

Башҡортостандың билдәле шағирә ҡатын-ҡыҙҙары «Мәңгелек йәй» донъяһында осрашып үҙҙәренең ижад емештәрен уҡыны. Бер майҙанда күренекле һүҙ оҫталары менән бергә йәш көстәр сығыш яһаны. Гөл-сәскәле шиғри кисәнән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Емешкә тулышҡан лимондар, декоратив үҫемлектәр шиғри нурҙа ҡойона. Өфө лимонарийында нәфис һүҙ байрамы тантана итә. Республиканың билдәле шағирәләрен йәшеллек донъяһына ҡунаҡҡа лимонарий етәксеһе Фәриҙә Садиҡова саҡырған.

Ойоштороу эшен шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева алып барған. Шағирәләр тормошто образдар аша һынландыра, сәскәләр беҙҙең йәшәйештең, кеше яҙмыштарының сағылышы, ти ул.

Авторҙарҙың ижад емештәре сәскәләр, үҫемлектәр донъяһына арналһа ла, асылдарында мәңгелек ҡиммәттәр ята. Улар һөйөү хистәре менән һуғарылған, бәхетле мәлдәрҙе, тыныс тормошто данлай. Йәғни, ысын мәғәнәһендә һүҙ, күңел һәм рух байрамы.

Гүзәл заттар Өфө лимонарийындағы үҫемлектәр донъяһы менән дә танышты. Шағирәләр әйтеүенсә, хозур йәй донъяһына сәйәхәт илаһи минуттар бүләк итеп, яңы ижади асыштарға илһамландырған, хис-тойғоларға сорнаған. Көҙгө моңһоу көндө балҡытҡан наҙлы, гөл-сәскәле шиғриәт байрамы һымаҡ.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ