Ҡалалағы Сергей Ғимаев исемендәге «Туймазы-Арена» спорт комплексында йәмғеһе 11 түңәрәк эшләй. Бында ил данын хатта донъя кимәлендә яҡларлыҡ йәш спортсылар тәрбиәләнә. Арена «Башнефть» ойошмаһы ярҙамында төҙөлгән. Объектта БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова булды.
Туймазы малайҙары араһында хоккей - иң популяр уйын. Комплекста төрлө йәштәге ике команда тәрбиәләнә. Йәш хоккейсылар бер нисә йыл элек Ҡытайҙа донъя лидерҙары алдында сығыш яһай.
Ул саҡта Көнсығыш илдә хоккейсылар тигеҙ иҫәп менән уйнай. Турнирҙарға спортсылар даими йөрөй һәм еңеүҙәр яулай. Бында тәрбиләнеүселәр «Салауат Юлаев», «Ак барс», «Металлург» кеүек йәш командаларҙы тулыландыра.
Хоккей, конькиҙа фигуралы шыуыу, футбол - йәмғеһе комплекста 11 спорт төрө буйынса түңәрәк эшләй. Ҡатнаш көрәш сәнғәтенә айырыуса күпләп йөрөйҙәр.
Кикбоксинг менән ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә. ММА ярыштарында ҡатнашырға йәштәре етмәһә лә, улар әленән үк әҙерләнә.
«Туймазы Арена» ике этапта төҙөлә. Боҙ майҙаны - 2013, ә спорт комплексы 2018 йылда барлыҡҡа килә. Бында сисенеү бүлмәләре, душ, хореография һәм спорт залдары бар. Проектты «Башнефть» ойошмаһы финанслай.
Спорт комплексының пландары ҙур. Яҡын арала етәкселек яңы боҙ тигеҙләү машинаһы алмаҡсы. Техник тәьминәтте нығытыуҙан тыш, иң төп маҡсат - ул, әлбиттә, яңы чемпиондар тәрбиәләү.
Рәзилә Ғилметдинова



