Күп функциялы үҙәктең офисын булдырыу буйынса эш «Һанлы иҡтисад» милли проекты буйынса алып барыла. Дәүләт дарыуханаһында урынлашҡан үҙәк бинаһы федераль талаптарға һәм «минең документтарым» фирма стиленә ярашлы яңыртылған. Бинала электр һәм һыу менән тәьмин итеү, йылытыу, елләтеү системалары ремонтланаған, янғын сигнализацияһы һәм видеокүҙәтеү системалары ҡуйылған. Инвалид коляскаһында ултырыусылар өсөн дә уңайлыҡтар ҡаралған.
Күп функциялы үҙәктең яңы офисы халыҡты хеҙмәтләндереүсе биш тәҙрә менән йыһазландырылған. Уларҙа бөтәһе 390 төр хеҙмәт күрһәтелә.



