Кушнаренко районындағы «Хыял» һәм «Аҡҡош» биләмәләрендәге юл участкаларына ҡырсынташ түшәлгән, соҡорҙар ямалған. Йыл аҙағына тиклем төбәктә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә тиклем 26 км юл төҙөкләнедереләсәк. Был Нефтекама, Благовещен ҡалалары эргәһендәге, Шишмә, Иглин, Өфө райондарындағы юл участкаларына ҡағыла. Төбәктә төҙөкләндереү талап ителгән участкалар исемлеген раҫлаусы комиссия төҙөлгән. Муниципаль берәмек вәкилдәре, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы белгестәре һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре иғтибар талап ителгән юлдарҙы билдәләй.



