Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» өсөнсө Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең икенсе көнө үтә


Бөгөн «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» өсөнсө Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең икенсе көнө. Унда илдең төрлө төбәктәренән реабилитация сараларын етештереүселәр йыйылған. Дискуссия майҙансыҡтары, форсайт-сессиялар, түәңәрәк өҫтәлдәр эшләй. Инвалидтарға уңайлы мөхит булдырыу, уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә. Шулай уҡ форумда Хәйриә йәрминкәһе, мәҙәни һәм спорт программаһы ҡаралған. Һуҡыр кешеләрҙе йөрөтөүсе эттәр менән оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарыла.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ