Хәйбулла районы мәктәптәренән 10 -сы һәм 11 класс уҡыусылары өсөн «Бөркөт» кинозалында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының «Сая Фәнис», «Герой бейеүе»,»Бетеү» патриотик фильмдары күрһәтелде. Өс таҫма ла махсус хәрби операция геройҙарына арналған һәм өс алым менән төшөрөлгән: нәфис, документаль һәм анимация киноһы. Уларҙа хәҙерге тарихи ваҡиғаларға төрлө ракурстан үҙенсәлекле ҡараш күрһәтелгән. Картиналар тамашасыларҙы тулҡынландыра һәм уйланырға мәжбүр итә, күптәр күҙ йәштәрен тыя алмай. Йәштәр фильмдарҙы ҡарағандан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика кинематографистары менән осрашыуҙа «Башҡортостан» киностудияһына махсус хәрби операцияға арналған фильмдар төшөрөргә ҡушты.



