Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумында ҡатнашыусылар өсөн махсус экскурсия ойошторолдо


Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсус экскурсия ойошторолдо. Насар күргән, хәрәкәт итеү ҡатмарлыҡтары кисергән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр радиомикрофон аша мәғлүмәт тыңлап, баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышты. Ике сәғәткә иҫәпләнгән сәйәхәт барышында улар Өфөнөң тарихы, арҙаҡлы шәхестәре , хеҙмәт ҡаһарманлығы исемен йөрөткән ҡаланың ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт тупланы. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың тәьҫораттарына таянып экскурсияны даими ойоштороу ҡаралған.

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» өсөнсө Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең икенсе көнөндә төрлө конкурстарҙа еңеүсе уҡыусылар бүләкләнде. Көн дауамында дискуссия майҙансыҡтары, түңәрәк өҫтәлдәр эшләп торҙо. Инвалидтарға уңайлы мөхит булдырыу, уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ