Өфөлә Радий Хәбиров менән Батырбәк Ҡайыпбиргәновтың осрашыуы үтте


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ҡарағалпаҡстан республикаһының Юғары белем, фән һәм инновациялар министры Батырбәк Ҡайыпбиргәнов менән осрашты. Үзбәкстан составындағы туғандаш республика вәкилдәре Башҡортостанға Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең «Фән һәм индустрия, стратегия 2030» тип исемләнгән форумда ҡатнашырға килгән. Киңәйтелгән ғилми делегация ике көн дауамында Өфөнөң юғары уҡыу йорттары, һөнәри белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеге, фәнни үҙәктәр мөмкинлектәре менән танышҡан, мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек юлдарын барлаған. Радий Хәбиров менән осрашыуҙа форум барышында алынған тәжрибәләргә йомғаҡ яһалды. Башҡортостан башлығы ҡунаҡтарға ниндәй йүнәлештәрҙә берҙәм эшмәкәрлек алып барыу теләген белдерҙе.

Башҡортостан менән Ҡарағалпаҡстан фән һәм инновациялар өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек юлында. Күптән түгел генә беҙҙең педагогтар ҙа тәжрибә уртаҡлашыу ниәте менән Үзбәкстанға барып ҡайтты. Ике яҡ араһында генетика, телемедицина, АйТи технологиялар , агросәнәғәт комплексында хеҙмәттәшлек итеү ниәте бар. Был маҡсаттар юл картаһында ла билдәләнгән.

Волна
Акции БСТ