Баҫыуға ҡош тиҙәге түгеп, халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған Туймазы ҡош фабрикаһына рәсми иҫкәртеү яһалды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрь урталарында Туймазы ҡалаһы һәм уға яҡын урынлашҡан бер нисә ауыл халҡының һауалағы киҫкен еҫкә зарланған видеолары интернет селтәрендә таралды. Мәсьәлә буйынса инициатив төркөм ил етәкселегенә үк барып етә. Проблема республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, урындағы ауыл советтары вәкилдәре, күҙәтеү органдары һәм предприятие етәкселеге ҡатнашлығындағы ултырышта ҡаралды. Унда билдәләнеүенсә, Туймазы ҡош фабрикаһы ҡалдыҡтарҙы тәртикә ярашлы утилләштергән. Ялыуҙар артыу менән, урындағы Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген күҙәтеү өлкәһендәге федераль хеҙмәт тикшереү үткәрә, һауа пробалары ала.

Ултырышта Туймазы ҡош фабрикаһына тиҙәкте йыймаҫҡа, соҡорҙарҙы киңәйтергә, законға ярашлы утилләштерергә кәңәш ителде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ