Фекер алышыуҙа Рәсәй төбәктәренән йыйылған комитет ағзалары уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләп, тәжрибә уртаҡлашты. 200-ҙән ашыу кешене берләштергән форумда ирекмәндән бүләкләнде, махсус хәрби операцияға бағышланған күргәҙмә ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Яугир өсөн әҙерләнгән аҙыҡ-түлек, оҙаҡ һаҡлана торған ризыҡтар, ҡоро, душ, йылы кейем өлгөләре бер майҙанда. «Ватан яугирҙары ғаиләләре» комитеты ағзалары күргәҙмәлә алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә посылкаларҙы әҙерләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Өфөлә үткән форум сиктәрендә улар башҡа өлкәләрҙән килгән гүзәл заттар менән аралашып, уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барланы.
«Ватан яугирҙары ғаиләләре» комитетының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм уларҙың яҡындарынан 45 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Тәжрибәгә ярашлы, ғаиләләр башлыса юридик, медицина һәм психологик ярҙам һорап килә. Шулай уҡ ташламалар, социаль түләүҙәр менән бәйле һорауҙар хәл ителә.
Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәрҙең тормош иптәштәре Башҡортостандан Донбассҡа оҙатылған гуманитар ярҙамды туплауға ҙур өлөш индерә. Уларҙың күңел йылыһы, тырышлығы «ышаныслы тыл» төшөнсәһенең нигеҙе булып тора. Яҡындарының тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын көткән гүзәл заттар тыныс тормошта бер-береһенә ярҙам итеп, рухи көс бирә.
Флорида Ким



