Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан, Баймаҡ ҡалаһынан 15 егет тәүгеләрҙән булып әрме сафына оҙатылды.
Илде һаҡлау ир-егеттәр иңенә төшкәнен һәр кем яҡшы аңлай. Буласаҡ һалдаттарға беренсе булып хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов инструктаж үткәрҙе. Йылайыр районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир, ефрейтор Раян Иҫәнбаевтың улы Фаязға атыһының “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылды.
Егеттәрҙе әрме хеҙмәтенә оҙатыусы ата‐әсәләр, туғандары борсола. Һәр береһе уларға имен‐аман бер йылдан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләй. Ватан сиген һаҡларға юлланыусы Күгиҙел ауылынан Инсаф Ғүмәровтың дуҫтары башҡарыуындағы дәртле бейеү барыһына ла рухи көс өҫтәнә.
Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр районы хәрби комиссариаты йыл һайын саҡырылыш кампаниялар планын теүәл үтәй. Егеттәрҙең хәрби частарынан да һәр ваҡыт яҡшы хәбәрҙәр, рәхмәт хаттары килеп тороуы ла уларҙың ысын Ватан һаҡсылары булыуына дәлил.
Раушания Рәхимова



