Өфөлә Авксентий Юртовтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған форум үтте


Өфөлә билдәле мәғрифәтсе, уҡытыусы, этнограф Авксентий Юртовтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған форум үтте. Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә шәхестең ижади мираҫы өйрәнелде, мордва халҡының телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Күләмле сарала ғалимдар, милли-мәҙәни ойошма вәкилдәре һәм студенттар ҡатнашты. Авксентий Юртовҡа килгәндә, ул беренсе эрзя алфавитын төҙөүсе булараҡ та билдәле, изге тексттарҙы тәржемә иткән, халыҡ ижадын өйрәнгән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ