Рәсәй волейбол суперлигаһының 9-сы турында «Динамо» дербиһы уҙҙы


Өфөнөң «Динамо-Урал» клубы үҙ майҙанында Ленинград өлкәһе командаһын ҡабул итте. Беренсе партияны яҡташтарыбыҙ 25-19 иҫәбе менән еңде. Икенсе һәм өсөнсө партияларҙа ла Башҡортостан командаһы өҫтөнөрәк булды. 25:22 һәм 26:24. Шулай итеп Борис Колчин тәрбиәләнеүселәре 3-0 иҫәбе менән еңеү яуланы. Был уңыштан һуң «Динамо-Урал» клубы турнир таблицаһының икенсе баҫҡысына күтәрелде. Киләһе осрашыуын Өфө волейболсылары 6 ноябрҙә үткәрә. Был көндө улар Новосибирскиҙа урындағы «Локомотив» менән осраша.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ