4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан 2 ноябрҙә аҙнаһына биш көн эшләгәндәр өсөн эш көнө була. Шәмбе эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 4 ноябрҙә, байрам көнөндә, эшкә сыҡҡан осраҡта хеҙмәт хаҡы икеләтә түләнергә тейеш. Йыллыҡ түләүле отпуск алғанда ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй - отпуск бер көнгә оҙайтыла, тип белдерәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.




