Өфөлә татар йәштәренең «Милләт киләсәге» форумы үтте


Сарала Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан йәштәр, күрше Татарстан республикаһынан ҡунаҡтар ҡатнашты. «Милләт киләсәге» форумы татар йәштәре көндәре сиктәрендә ойошторолған. Был тәүге генә форум түгел, сентябрҙә генә «Белем мөғжизәһе» тип исемләнгән оло йыйын уҙғайны. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров быйыл татар йәмәғәтселеге менән осрашыуҙа йәштәр йыйынын үткәреүҙе хуплағайны, әле шул маҡсатты тормошҡа ашырабыҙ, ти ойоштороусылар. Проект йәштәрҙә телгә, тарихҡа, милли-мәҙәни хазиналарға һөйөү уятыуҙы, патриотик тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

«Милләт киләсәге» проекты пленар ултырышты һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙе үҙ эсенә ала. Форумда билдәләнеүенсә, Башҡортостанда йәшәгән милләт халыҡтарының телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Әммә уңайлыҡтар тыуҙырыу ғына бер, был шарттар менән һөҙөмтәле итеп ҡуллана белеү мотлаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ