Модулле электр-яғыулыҡ ҡойоу станциялары төҙөлөшө планлаштырыла. Төбәк башлығы Радий Хәбиров Өфө районы Михайловка ауылында урынлашҡан күп функциялы яңы комплекс эшмәкәрлеге менән танышып, юл буйы сервисы - иҡтисадтың мөһим өлөшө булыуын билдәләне. Инвестициялар йәлеп ителеү менән бер рәттән эш урындары ла булдырыла. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Автоһәүәҫкәрҙәр һәм пассажирҙар өсөн уңайлы сервис. Өфө районы Михайловка ауылында асылған яғыулыҡ ҡойоу станцияһында кафенан тыш, магазин да бар. Оҙон юлға сығыусыларға күп төрлө продукция тәҡдим ителә. Күп функциялы комплекс эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты. Инвестиция проектына ярашлы, бында утыҙ яңы эш урыны булдырылған.
2021 йылдан республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбендә булған объект төҙөлөшөнә дәүләт ярҙамы саралары ла бүленгән. Инвестициялар күләме 250 миллион һум тәшкил итә. Юл буйы сервисы үҫеше - юлдағылар өсөн айырыуса мөһим.
Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһына ярашлы, 2021 йылдан 877 яңы объект төҙөлгән, быға тиклем эшләгән комплекстар ҙа яңыртылған. Дөйөм инвестициялар күләме ун миллиард һумдан ашыу. Был йүнәлештә эш дауам итәсәк - Федераль, төбәк, муниципаль юлдарҙа водителдәр һәм пассажирҙар өсөн Хеҙмәтләндереү кимәлен арттырыу бурысы ҡуйылған.
Компания баш ҡала һәм Өфө районында ошондай тағы ла ун яғыулыҡ ҡойоу станцияһы һәм күп функциялы юл буйы комплексын төҙөүҙе планлаштыра. Предприятие етәкселеге төбәк башлығы Радий Хәбировты киләһе инвестиция пландары менән таныштырҙы. Юл буйы сервисы - иҡтисадтың мөһим өлөшө, шуға күрә тармаҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаһын да 2030 йылға тиклем оҙайтыу ҡаралған.
Әлегә дөйөм инвестициялар күләме 12 миллиард һум булған 200-ән ашыу проект эшкә алынған. Шул уҡ ваҡытта «Ер банкы» ла булдырылған, унда потенциаль инвесторҙар өсөн 367 участка әҙерләнгән. Автомобиль туризмы үҫешкән осорҙа - сәйәхәтселәр өсөн дә уңайлы шарттар булдырыу ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина



