Республика яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операцияға юлланды


Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр тыуған яғында ике аҙна ял иткән. Ир-егеттәрҙе ғаиләләре, дуҫтары, хәрби комиссариат вәкилдәре һәм Ирек Сәғитов оҙатты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы яугирҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Республика етәкселеге һеҙҙең һәм ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәк, төбәктә 4 тиҫтәнән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған, тине Ирек Сәғитов. Егеттәр хеҙмәт итеү урынына ойошҡан рәүештә «Башавтотранс» автобустарында барасаҡ. Транспорт саралары маршруты республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ