Был хаҡта республика дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Шәмбе, 2 ноябрь, эш көнө иҫәпләнә. Артабан төбәк халҡын 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге байрамы уңайынан ике ял көтә. Әммә, ялды 2 ноябрҙән 30 апрелгә күсереүгә бәйле, Башҡортостан халҡы 2025 йылдың 28 апреленән 1 майына тиклем ял итәсәк. Төбәк ведомствоһында билдәләүҙәренсә, 2 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, ә 4 ноябрҙә эшләгән өсөн хеҙмәткәргә икеләтә түләү, йә булмаһа отгул биреү ҡаралған.



