Республикала 9 айҙа балалар ҡатнашлығында 360-тан ашыу авария теркәлгән

9 малай һәм ҡыҙ һәләк булған, имгәнгәнгәндәр - 400-гә яҡын. Башҡортостан юл полицияһы һәм Мәғариф министрлығы бөгөн “Иғтибар, балалар” акцияһын иғлан итте. “Тиҙлекте арттырмағыҙ, юл билдәләренә һәм светофорға иғтибарлы булығыҙ. Автомобилдә балаларҙы креслола йөрөтөгөҙ. Ҡараңғы төшкәс балаларҙың кейеменә яҡтыртҡыс тамғалар беркетергә кәрәк”, - ти автоинспектор Ленар Зиннуров.

Республикала 9 айҙа балалар ҡатнашлығында 360-тан ашыу авария теркәлгән

“Иғтибар, балалар” акцияһы барышында мәктәп уҡыусылары “Бала саҡтың имен юлы” тигән республика КВН уйынының финалында ҡатнаша ала. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн Бөтә Рәсәй “Йәш инспектор һөнәре”, “Йәш инспектор медиаһы” тигән социаль-мәғариф проекттары ойошторола. Профилактик акция 15 ноябрҙә тамамлана.

Фото №1 - Республикала 9 айҙа балалар ҡатнашлығында 360-тан ашыу авария теркәлгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ