Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, "Профессионалитет" федераль проектына ярашлы, киләһе йылда ошондай үҙәктәр асылырға тейеш. Быйыл урта һөнәри белем алыу өсөн уҡырға инеүселәр һаны 36 меңгә етте. 9-сы класты тамамлаусыларҙың 60 проценттан күберәге колледждарҙы һайлай, - тине ул. Радий Хәбиров бындай уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырырға ҡушты.




