"Торатау" геопаркындағы этнокомплекс, "Салауат ере" комплексы, Евразия күсмә цивилазциялар музейының визит үҙәгендә 500 меңгә яҡын кеше булған. Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Туристар артыуы, яңы йүнәлештәр булдырылыуы тармаҡ үҫешенә ҡеүәт бирә, иҡтисади күрһәткестәр яҡшыра. Туризмда түләүле хеҙмәттәр күләме 13 миллиард 700 миллион һумға еткән.




