Иглин районында махсус операцияла ҡатнашыусы яугир «ТвориДобро» хәрәкәте ирекмәндәре менән осрашты

Улар Советтар Союзы Геройы Виктор Бесценный исемендәге беренсе Иглин мәктәбе активистары. Осрашыу тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында дуҫтарса йылы шарттарҙа үтте. «Рэд» ҡушаматлы яугир хәрби хеҙмәт үҙенсәлектәре, яуҙағы берҙәмлек хаҡында һөйләне. Үҫмерҙәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Мәктәп уҡыусыларынан тыш осрашыуҙа ҡатнашҡан өлкәндәр ҙә яугир менән патриотик тәрбиә темаһына әңгәмәләште.

Тиҙҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙы мәктәптәргә лә осрашыуға саҡырасаҡтар. Малай-ҡыҙҙар ҡаһарманлыҡ өлгөһөн махсус хәрби операцияны үҙ иңдәрендә кисергән яугир һөйләгәндәрҙән ишетеп беләсәк.


Махсус хәрби операциянан төрлө сәбәптәр арҡаһында хәрби хеҙмәтен артабан дауам итә алмаған ир-егеттәр ҡайта. Уларҙың күптәре юғары белемле. Был ир-уҙамандар махсус һөнәри әҙерлек үтеп мәктәптәргә эшкә килә ала. Улар йәштәрҙе, айырыуса егеттәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индерәсәк.

«Рэд» ҡушаматлы яугир
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ