Башҡортостандың тәүге президенты исемен йөрөткән гимназия 65 йыллыҡ юбилейын билдәләнде


Тантана айҡанлы Күмертау ҡалаһында урынлашҡан 3-сө башҡорт гимназия- интернатына ветерандар уҡытыусылар, сығарылыш уҡыусылары, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһы.

Мәртәбәле ҡунаҡтар, гимназияны төрлө йылдарҙа тамамлаусы сығарылыш уҡыусылары, ветеран уҡытыусылар алдында сығыш яһау - оло яуаплылыҡ. Туған тел мөхитендә тәрбиәләнгән балалар саф башҡортса шиғыр һөйләп, йырҙар йырлай. Гимназия гимны иһә залда ултырыусыларзың барыһын да бала саҡҡа, мәктәп йылдарына алып ҡайтты.

Күмертауҙағы 3-сө башҡорт республика гимназия- интернаты - төбәктең бай тарихлы мәктәп-интернаттарының береһе. Ул 1959 йылда асылған. Белем усағына өс йылдан һуң, беренсе тапҡыр космосҡа осоу айҡанлы йыһангир Юрий Гагариндың исеме бирелә. 1993 йылда ул үҙгәртеп ҡороу кисерә. 28 йыл элек Башҡортостандың көньяҡ райондары һәм Ырымбур өлкәһе өсөн республика башҡорт гимназия-интернаты статусына эйә була. 65 йыл эсендә белем усағын 25 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай. Күп шәхестәр тап ошо гимназияла ҡанатын нығыта. Билдәле сығарылыш уҡыусылары араһында «Ласковый май» төркөмө солисы, миллиондар кумиры Юрий Шатунов та бар. Йырсы иҫтәлегенә музыка кабинеты эшләй. Тыуған гимназияһын юбилейы менән Урал Килсенбаев та ҡотланы.

Гимназияға йыл башында Мортаза Рәхимов исеме бирелә. Яңы уҡыу йылын иһә белем усағы ике яҡшы яңылыҡ менән башлаған. Федераль программа ярҙамында капиталь ремонт яһала. Икенсенән, мәктәп алдына Башҡортостандың беренсе президенты бюсы ҠУЙЫЛА.

Гимназия - Башҡортостан киләсәге өсөн кадрҙар әҙерләүсе белем усаҡтарының береһе, тиелде сара барышында. Юбилей айҡанлы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр маҡтаулы исемдәр , төрлө кимәлдәге наградалар менән бүләкләнде. Кисә уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары менән оҙатылып барҙы. Сәхнәлә баҫып торған рухлы малай-ҡыҙҙар ҙур шәхестәр булырына шик юҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ