Аҡ халатты спорт кейеменә алмаштырып. Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре араһында мини-футбол буйынса республика турниры үтте. Быйыл ярыштар 18-се тапҡыр уҙғарылды һәм улар билдәле профессор, хирургия мәктәбенә нигеҙ һалыусы Ирек Сафин иҫтәлегенә арналды. Турнирҙа 35 йәштән өлкән табиптар ҡатнашты. Футбол майҙанына травматологтар, хирургтар, неврологтар, онкологтар һәм башҡа белгестәр сыҡты. Еңеүсе титулы өсөн көрәш 21 команда араһында барҙы.
Башҡорт дәүләт медицина университеты спорт сараларын даими уҙғара. Футболдан тыш бында саңғы ярыштарын, еңел атлетика кросы, шахмат ярыштары уҙғарыла. Шулай уҡ медицина колледжы студенттары араһында спартакиадалар үтә. Киләсәктә ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың географияһын киңәйтергә иҫәп тота.



