Башҡортостанда "Орлан" поезы миллион ярым пассажирҙы хеҙмәтләндергән

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был состав 133 кешегә иҫәпләнгән. Ул Өфө-Күмертау-Ырымбур маршруты буйлап йөрөй. Тәүге тапҡыр 2021 йылдың сентябрендә юлға сыҡты. Поезд вагондары заманса йыһазландырылған, бында интернетҡа тоташыу мөминлеге бар. 

Фото №1 - Башҡортостанда "Орлан" поезы миллион ярым пассажирҙы хеҙмәтләндергән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ