Вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ашламаһыҙ яҡшы уңыш алыу мөмкин түгел. - Йыл ҡатмарлы булды. Яҡшы һөҙөмтәләр минераль ашламаны дөрөҫ ҡулланыуға ла бәйле, - тине ул. Быйыл һәр гектарға 30 килограмға яҡын ашлама тура килгән. Игендең гектарына уртаса 22 центнер уңыш алынған, шәкәр сөгөлдөрө уңышы - 465 центнер. Ашлама алыу өсөн бюджеттан субсидия ҡаралған.




