Кисә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 326-сы километрында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 66 йәшлек ир идара иткән «УАЗ» автомобиле Ейәнсура районынан «Hyundai Accent» менән бәрелешә. Аварияла иномарканың 61 йәшлек водителе һәм уның ике пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була. УАЗ автомобилендәге тағы ла ике зыян күреүсе дауаханаға оҙатыла. Һуңынан пассажирҙарҙың береһен табиптар ҡотҡара алмаған тигән мәғлүмәт килә. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлау прокуратура контроленә алынған.



