Баймаҡ студенттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеүгә өлөшөн индерә


Студенттар-бергә. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары һәм уҡытыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеүгә өлөшөн индерә. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары хәрби операция башланғандан алып яугирҙарының ғаиләләренә ярҙам итә. Был юлы икенсе курс студенттары, буласаҡ электриктар төркөмө, дәрестәрҙән һуң һалдаттың ата-әсәһенең хәлен белешеп, ярҙамға барҙы. Көҙ көнө урамда ла, баҡса ла эш етәрлек. Йорт хужабикәһе Файза Аитова егеттәрҙе ҡыуанып ҡаршы алды. Әлеге мәлдә кәртә‐ҡураны нығытып, баҡсалағы сүп‐сарҙы йыйыштырыу өсөн эшсе ҡулдар артыҡ түгел.

Һуңғы ике йылда колледжда окоп шәмдәре, ҡоро душ, маскировкалау селтәрҙәре, дронға ҡаршы плащтар тегеү кеүек эштәре башҡарыла. Күптән түгел студенттарға Хәйбулла районынан килгән ирекмәндәр яралыларҙы ташыу өсөн махсус ҡулайлама эшләргә һәм “изге бетеү” тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Уларҙың махсус хәрби операцияға ярҙамы тураһында хәҙер Рәсәй йәштәре грантына асылған интерактив музей экспозицияһында күрергә мөмкин. Ул Республиканың төрлө ҡалалары, райондары буйлап йөрөй, мәғлүмәт туплай.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы махсус хәрби операцияға һәр яҡлап ярҙам итеп кенә ҡалмай, студенттар араһында әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға ла күп көс һала. Егет һәм ҡыҙҙарҙың ярҙамға килергә әҙерлеге патриотизмдың яҡшы өлгөһө булып тора.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ