Вуз-ара студенттар кампусы резиденттары полировкалау өсөн ҡоролма уйлап сығарған


Өфө фән һәм технологиялар университеты уйлап табыусылары запас частәрҙе полировкалау буйынса станок йыйған. Ул төрлө ҙурлыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы изделиеларҙы зыян килтермәйсә тигеҙләй ала. Был ысул экологик яҡтан таҙа һәм энергияны аҙ тотоноу менән айырыла. Станок двигателдәр эшләүҙә һәм атом энергетикаһы өсөн үтә лә кәрәк һанала һәм импортты алмаштырырға мөмкинлек бирә. Әле үк заказ биреүсе компаниялар бар. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе менән “Авиадвигатель” ойошмаһы шулар иҫәбендә.


Был ысул донъяла 10 йыл элек барлыҡҡа килде, әммә Рәсәйҙә ҡулланылмай ине. Беҙ был йүнәлештә беренсе. Полировкалау - детәлдәрҙе эшләүҙең һуңғы этабы. Эшкәртеү ошондай кәрзинкә эсендә гранулалар ярҙамында яһала. Изделеларҙың өҫкө яғы көҙгө кеүек ялтыр килеп сыға.

Николай Криони, Өфө фән һәм технологиялар университетының технологиялар һәм машиналар төҙөү кафедраһы профессоры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ