Өфөлә X асыҡ республика мәҙәни конкурс-фестивале дауам итә


Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында X асыҡ республика мәҙәни конкурс-фестивале дауам итә. Аҙнаның тәүге көнөндә конкурс скрипкасылар һәм виолончелистар араһында үтте.

Быйыл тәүге тапҡыр асыҡ форматта ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан тыш, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре лә ҡатнашты. Сығыш яһаусыларҙы гимназия һәм сәнғәт уҡыу йорттары уҡытыусылары, билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре баһалай. Ойоштороусылар конкурстың ике яҡ өсөн дә отошло булыуын билдәләй. Мәҙәни фестивалдә еңеү менән киләсәктә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында белем алыу мөмкинлеген бирә. Шуға ла ул йыл һайын көҙгө каникулда үтә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ