Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогы ярыштары үтә


Яңы сафҡа индерелгән Көрәш һарайында тәүге күләмле спорт сараһы 16-сы ноябрҙә үтә. Был турала Радий Хәбиров грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогы ярыштарында белдерҙе. Башҡоротостан башлығы призына ойошторолған турнир Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә. Әле Көрәш һарайы тағы ла күләмлерәк «За самбо» спорт байрамына әҙерләнә. Унда меңәрләгән ҡатнашыусы килеүе көтөлә. Бер юлы 6 төр көрәш буйынса ярыштар үтәсәк. Республика башлығы грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогының да юғары кимәлдә уҙғарылыуын билдәләне.

Грек-рим көрәше буйынса турнирға илдең 27 төбәгенән 150 спортсы килгән. Башҡортостан командаһы 16 көрәшсенән тора. Был спорт төрөнә һуңғы йылдарҙа иғтибар арта. Шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр ҙә яҡшыра, ти тренерҙар.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ