Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ тыуған яғына ҡайтып үҙ эшен асҡан


Миңлеғәле Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ яраланғандан һуң тыуған яғы Нуриман районына ҡайтып үҙ эшен асҡан. «Мамад» ҡушаматлы яугир хәҙер ауыл хужалығы ойошмаһын етәкләй. Илдар Мәмәтрәхимов дорпер һәм романовка тоҡомло һарыҡтар, бройлер тауыҡтар үрсетә. Эш өсөн дәүләт ярҙамы- федераль грант алыуға ирешкән. Йүнселдең Нуриман районындағы хужалығында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.

Уң аяғы урынына протез әммә ул уны үҙ аяғылай күреп ныҡлы баҫып тора. Махсус хәрби операцияла ете яра алып, аяғын юғалтһа ла ул һынмаған. Киреһенсә, сәмләнеп яңынан тормош башлаған. Яуға тиклем төҙөлөш эше алып барһа, унан ҡайтҡас аграр тармаҡты үҫтереүгә тотонған. Илдар Мәмәтрәхимов махсус хәрби операцияға үҙе теләп, Миңлеғәле Шайморатов батальоны сроставында ингән. Взвод командиры ҡаты яраланғандан һуң һигеҙ ай госпиталдә ятҡан. Унан сыҡҡас та Башҡортостанға ҡайтып ауыл хужалығы ойошмаһы асҡан. Мәмәтрәхимов хужалығында әле ҡырҡ һарыҡ иҫәпләнә, тоҡомло мал һанын биш йөҙгә еткереү бурысы тора. Дүртөйлө районы егете Илдар Әбделхәлил улында фермерлыҡ менән шөғөлләнеү теләге үҫмер саҡта уҡ яралған. Ә ҙур этәргес һәм ныҡлы пландар махсус хәрли операцияла, окоптарҙа.

Нуриман районының Рәтүш ауылы эргәһендәге ҡалҡыулыҡ һәм яландар әле ярты йыл элек кенә буш ятҡан. Биш ай эсендә һарайҙар төҙөлгән, алда һыйыр малын үрсетеү маҡсаты тора. Аграр эште Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт иткән өс дуҫ бергә алып барырға ҡарар иткән.

Тауыҡ фермаһы төҙөлгән, ундағы ике мең ярым бройлерҙы ошо көндәрҙә эшҡыуар иткә тотонасаҡ. Илле көн эсендә үрсегән тауыҡтарҙың был икенсе партияһы. Ферманы ҙурайтып йүнселдәр тағы алты мең себеш һатып алған.

Яугир «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Агростартап» федераль программаһында ҡатнашып малсылыҡты үҫтереү өсөн 4,8 миллион һум күләмендә грант отҡан. Был аҡсаға йәш эшҡыуар МТЗ 82.1 тракторы, һабан, прицеп, пресс-йыйыусы һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 234 гектар ерҙе ҡуртымға алыу килешеүе төҙөлгән, эшҡыуар тағы 400 гектар ер алмаҡсы. Киләсәккә пландары малды үрсетеп уны эшкәртеү производствоһы булдырыу, республикала йәшәүселәрҙе сифатлы продукция менән тәьмин итеү.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ