Краснокама районының Николо-Березовка ауылында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә һәйкәл асыла. Уның нигеҙ ташын һалыуға арнап тантаналы митинг уҙҙы, яугирҙарҙың ғаиләләренә дәүләт наградалары - батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары тапшырылды. Сараның режиссеры Редик Ғәниев.




