Башҡортостан депутаттары белем усаҡтарында тәмәке тартыуҙы сикләргә тәҡдим итә

Ошо туралағы законды Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай Дәүләт Думаһына ебәргән. Ул мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәһендә тәмәке тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Парламентарийҙар фекеренсә, һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәр һәм балалар араһында “көйрәтеүселәр” арта,  өлкән класс уҡыусыларының күбеһе тәмәке тарта. Дума ҡарауына тәҡдим ителгән закон проекты буйынса белем усағында тартҡан өсөн 2-3 мең һум штраф һалынасаҡ. Әле тәмәке тартыу балалар майҙансыҡтарында ғына тыйылған.

Фото №1 - Башҡортостан депутаттары белем усаҡтарында тәмәке тартыуҙы сикләргә тәҡдим итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ