Өфөлә Мостай Кәрим хөрмәтенә йырҙар яңғырай

9 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында романстар кисәһе уҙғарыла. “Мостай Кәрим һүҙҙәренә бик күп композиторҙар көй яҙған. Концертта яңы ижадсыларҙың әҫәрҙәре башҡарыла. Алина Әхмәтова, Азат Асҡаров һәм Галина Зиганова ижад иткән романстар тәҡдим ителә”, - тип белдерәләр Опера һәм балет театры матбуғат хеҙмәтенән. Тамашала Светлана Арғынбаева, Иҙел Аралбаев, Әлим Ҡәйүмов һәм башҡа танылған артистар ҡатнаша. Кисә 12 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнә.

Фото №1 - Өфөлә Мостай Кәрим хөрмәтенә йырҙар яңғырай
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ