Краснокама районында Махсус хәрби операцияла һәләк булыусылар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ


Батырҙар халыҡ хәтерендә. Краснокама районы Николо-Березовка ауылында Махсус хәрби операцияла һәләк булыусылар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Еңеү паркында уның тәүге нигеҙ ташы һалынды. Ҡаһарман яугирҙарҙың ғаиләләре ҡатнашлығында үткән сара хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Еңеү паркы биләмәһендә тантаналы сара. Краснокама районы Николо-Березовка ауылында тағы ла бер мемориал - махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарға һәйкәл ҡуйыу планлаштырылған. Мемориалда Ватан һаҡсыларының исемдәрен мәңгеләштереү башланғысы урындағы халыҡ теләге.

Майҙанға алғы һыҙыҡта һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре лә саҡырылғайны. Һәләк булғандан һуң ҡаһарманлығы «Батырлыҡ ордены» менән баһаланған Алексей Шаровтың исеме лә буласаҡ һәйкәлдә уйып яҙыласаҡ. Офицер махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк Ватан һағына баҫып, диңгеҙ пехотаһының 810-сы бригадаһына етәкселек иткән. Уның ғүмере 2022 йылдың мартында Мариуполдәге алышта снайпер пуляһынан өҙөлгән.


Улым мәктәптән һуң, хәрби һөнәрен үҙләштерҙе. Грузия, Сириялағы операцияларҙа ҡатнашты. Тыуған иленең ысын патриоты булды. Махсус хәрби операцияға ла теләге менән барҙы. Һәйкәл ҡуйылыуы мөһим эш - халыҡ хәтере йәшәгәндә беҙгә лә, бәлки, еңелерәк булыр.

Николай Шаров, Алексей Шаровтың атаһы

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Мәктәптәрҙә герой партаһы асыла, мемориаль таҡтаташтар ҡуйыла. Район-ҡалаларҙа һәйкәлдәр ҡалҡа. Батырҙарҙың исемдәре китап биттәрендә урын ала. Алғы һыҙыҡтағыларға, ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә лә айырыуса иғтибар бүленә.

Краснокама районы Николо-Березовка ауылында һалынған нигеҙ ташы урынында һәйкәл махсус хәрби операция тамамланып, еңеү яуланғвс та ҡалҡып сығасаҡ . Әлегә обелиск проекты өҫтөндә эш алып барыла. Уны әҙерләгәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандарҙың теләктәре иҫәпкә алына.

Еңеү паркы эргәһендә үҙәк майҙан урынлашҡан, бында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына мемориалдар ҡуйылған. Быйыл Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу программаһы буйынса һалдат стелаһы менән хәтер стенаһының өҫкө яғы яңыртылған, тирә яҡта төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Шулай уҡ Һәйкәлдәргә тиклем йәйәүлеләр маршруты ла һалына.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ