Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың туғандары менән осрашыу үтте

Башҡортостан район-ҡала хакимиәттәре махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың туғандары менән осраша, уларҙың проблемаларын һәм көнкүреш мәсьәләләрен асыҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Иглин районы үҙәгендә уҙғарылған осрашыу хаҡында киләһе яҙмала.

Аҙна дауамында Иглин районы хакимиәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары менән ике осрашыу үтте. Унда төрлө учреждениеларҙан: хәрби комиссариаттан, дауахананан, пенсия фондынан, суд приставтарынан, мәғариф бүлегенән, «Ватанды Һаҡлаусылар» фондынан белгестәр саҡырылды.Осрашыу нацизмға ҡаршы көрәшеп һәләк булған ир-егеттәрҙең ғаиләләрен социаль яҡлау маҡсатында ойошторолдо.

Күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыу барышында төрлө мәсьәләләр күтәрелде. Улар араһында хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаһы танытмаһын, миҙалдар һәм ордендар юллау. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар өсөн тормош-көнкүреш шарттарын еңеләйтеү: юл һалыу, газ үткәреү, республикала шифахана-курорт дауалауын ойоштороу ҙа көнүҙәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылды республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре йылы тип үткәрергә тәҡдим итте. Ысынлап та, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре социаль яҡтан яҡланған булыуы республика һәм Рәсәй өсөн мөһим. Иглин районы етәкселеге лә был өлкәлә етди эшләй, һәр яугир һәм улар ғаиләләрен иғтибар үҙәгендә тотоп ярҙам ҡулы һуҙа.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ