Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында башҡорт теле уҡытыусыларының конференцияһы уҙҙы


Хеҙмәттә үткән ғүмер. Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылы мәктәбендә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зекериә Аҡназаровтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы башҡорт теле уҡытыусыларының конференцияһы уҙҙы. Район һәм республика үҫешенә тос өлөш индергән шәхескә арналған сарала хаҡында килдәһе сюжетта.

Халҡының бөйөк улы ‐Зекериә Аҡназаров 1924 йылдың 22 авгусында Баймаҡ районының Ямаш ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Төпкөл башҡорт ауылынан сыҡҡан егет һәр саҡ белемгә ынтыла. Рус телен ныҡлап Темәс педагогия училищеһында өйрәнә, юғары белем алыуға өлгәшә, партия мәктәбендә уҡый. 38 йәшендә Башҡорт АССР‐ы Министрҙар Советы рәйесе итеп һайланып, 24 йыл яуаплы вазифала эшләгән шәхес менән райондаштары һәр саҡ ғорурлана.

Зекериә Аҡназаров Башҡорт АССР-ның Министрҙар советы рәйесе вазифаһын башҡарған йылдарҙа республика үҙенең индустриаль ҡеүәтен арттыра, илдә эре сәнәғәт һәм аграр тармаҡта ҙур үҫештәр осоро була. Булмышы менән ябай, кешелекле, кеселекле, иғтибарлы етәксе - тыуған ерен яратҡан шәхес була ул. Һәр саҡ кесе Ватанына ҡайтып йөрөй, яҡташтары менән осраша.

Арҙаҡлы шәхестең тыуыуына 100 йыл айҡанлы Беренсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары уның тормош юлын өйрәнә, эҙләнеү эштәре алып бара. Зекериә Аҡназаровтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Шүлкә ауылында музей булдырылған, унда йәмәғәт эшмәкәренең шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, фотолары һаҡлана. Таҡтаташ ҡуйылған, Баймаҡ, Өфө ҡалаларында, Шүлкә ауылында урамдар уның исемен йөрөтә.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ