Благовещен районында «Юлдаш» электр подстанцияһы сафҡа инде. Уны файҙаланыуға баш ҡалала үткән Рәсәй энергетикаһы форумында Радий Хәбиров старт бирҙе. Подстанция сәнәғәт һәм көнкүреш объекттарын тәьмин итәсәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күләмле инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырылған, предприятиелар төҙөлгән районда өҫтәмә электр ҡеүәте талап ителә. Форумдан Айнур Кәбиров репортажы.
Файҙаланыуҙа даими күҙәтеү талап ителмәй, ҙур ҡорамалдар менән ситтән тороп телемеханика ярҙамында ғына идара итергә мөмкин. «Юлдаш» подстанцияһы һанлы технологияларҙың яңы быуыны. Благовещен районына ул өҫтәмә 110 киловатт электр уты бирә. Йылдам үҫешкән биләмәгә был энергия һыу кеүек кәрәк.
Ҡарман гидроэлектростанцияһы өсөн дә бөгөн иҫтәлекле көн. 55 йыл буйы өҙөклөкһөҙ эшләгән энергоблокты хәҙерге талаптарға яраҡлаштырыу маҡсатында модернизация башлана. Бының өсөн 4 миллиард һумға яҡын аҡса тотоноласаҡ. Ләкин был сығымдар үҙен аҡлаясаҡ, ти белгестәр.
Рәсәй энергетика форумында яңы объекттар файҙаланыуға тапшырыу традицияға әйләнде. Был иһә форумда күтәрелгән мәсьәләләрҙең һүҙҙә генә ҡалмауына дәлил. Быйыл да тотош Рәсәй һәм сит ил белгестәрен туплаған йыйында энергетиканы һаҡсыл файҙаланыу, экологик йәһәттән камил итеү, заманса кимәлгә сығарыу проблемалары өйрәнеләсәк. Форум сиктәрендә ойошторолған «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһендә был проблемаларҙың техник йәһәттән хәл ителешен күрергә мөмкин ине. Радий Хәбиров экспозицияның һәр өлгөһө менән ентекләп танышты.
Өфөлә үткән форумда илдең 20 төбәгенән йөҙҙәрсә компания ҡатнаша. Вәкилдәр Белоруссия, Ҡытай, Үзбәкстандан да килгән. Рәсәй энергетика форумы тармаҡты үҫтереү өсөн абруйлы фекер алышыу майҙансығы булып тора. Ни тиһәң дә, хәҙер ул 24 -се тапҡыр уҙғарыла. Ә уның сиктәрендә ойошторолған Урал энергетика күргәҙмәһе юбилей-утыҙынсы экспозицияһын тәҡдим итте.
Айнур Кәбиров




