Ҡеүәтле сәнәғәт предприятиһының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү өсөн былтыр 1 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Алдағы биш йылға иҫәпләнгән проектҡа ярашлы, һауа, йылға-күлдәрҙе бысратыуҙы кәметеү өсөн цехтарҙа модернизация ойошторола, профилактик саралар арттырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
«Башҡорт сода комапнияһы»ның лаборатория белгестәре һауа күрһәткестәрен алып тикшереүгә әҙерләй. Һауа таҙалығын күҙәтеү өсөн улар тәүлегенә бер нисә тапҡыр һауа матдәләр йыйып ала. Урындағы халыҡтың һулар һауа таҙалығын хәстәрләү предприятие тарафынан алып барылған етди эштең бер өлөшө.
Тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланып, сәнәғәт ҡалдыҡтарын кәметеү, мониторинг алып барыу предприятие тарафынан алып барылған даими эш. «Башҡорт сода комапнияһы» Рәсәй тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт рөхсәтен алыусылар исемлегендә. Алдағы биш йылда ойошмала тирә-яҡ мөхиткә сығарылған ҡалдыҡтарҙы 6 мең тоннаға кәметеү бурысы ҡуйылған.
Сода етештереү буйынса ҡеүәтле предприятие тарафынан былтыр экология йүнәлешенә 1 миллиард һум аҡса бүленгән. Был сумманың 800 миллион һумы атмосфераны бысратыусы матдәләрҙе иҫкәртеү буйынса проекттарға тотонолған. «Таҙа һауа» федераль проекты сиктәрендә профилактика сараларының исемлеген тағы ла байытыу күҙаллана.
Флорида Ким



